Аа 

Регионды өйрәнеү.Башҡортостан.

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәк яңы уҡыу ҡулланмалары төҙөүгә әүҙем тотондо. Был йүнәлештәге тәүге эш - “Регионды өйрәнеү. Башҡортостан” предметы буйынса төҙөлгән Концепция һәм өлгө белем биреү программалары

«Туған тел илселәре» республика мәҙәни белем биреү акцияһы

Дистанцион уҡыу

Был проект туған башҡорт телен, телмәрен өйрәнергә, Башҡортостан тураһында күберәк мәғлүмәт белергә, башҡортса әҫәрҙәр уҡырға, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышырға теләүселәргә ярҙам булараҡ әҙерләнә.

Башҡорт телен өйрәнеү төрлө яҡлы алып барыла: танышыу һәм йәнле аралашыу,  телде көнкүрештә ҡулланыу өлгөләре, классик һәм хәҙерге фильмдарҙы ҡарау, киң мәғлүмәт сараларындағы актуаль мәҡәләләрҙе, видеофрагменттарҙы ҡулланыу. Проект экскурсиялар, сәнғәт әҫәрҙәре,  уҡыусылар, ата-әсәләр, бөтә мәктәп өсөн үткәрелгән байрамдар менән байытылырға мөмкин.

Дәрестәр 2019 йылдың 15 сентябренән 2020 йылдың 31 майына тиклем һәр йәкшәмбе ойошторола.

РЦНО

Национальное образование | Basheasy | Республика Башкортостан