Беҙҙең хаҡта

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 17 авгусындағы 395-се ҡарары менән "Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү" дәүләт программаһы раҫланды. Программаға ярашлы уҡытыу процесын мәғлүмәти, фәнни һәм методик яҡтан оҙатыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты базаһында Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәк асылды. 
 
Бурыстары:

  • Дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәғариф өлкәһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һаҡлау һәм үҫтереү процесын бойомға ашырыу;

  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән сараларға уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы йәлеп итеү;

  • Рәсәй Федерацияһында һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙә башҡорт туған телен уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләләрендә булышлыҡ итеү.
     

РЦНО

Национальное образование | Basheasy | Республика Башкортостан