Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү өсөн вариатив уҡыу-уҡытыу методик комлекты донъя күрҙе! 

Был - БР Мәғариф министрлығы, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары, Өфө ҡалаһының алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле уҡытыусыларының ныҡышмалы эш һөҙөмтәһе!

Комплект 5-9-сы класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһын, эш һәм контроль эш дәфтәрҙәрен, уҡытыусылар өсөн методик ҡулланма һәм өлгө программаны үҙ эсенә ала.

Сит тел өйрәнеү методикаларының асылын тәшкил иткән коммуникатив технологияға нигеҙләнгән, сағыу һүрәтле заманса эшләнгән уҡыу ҡулланмалары уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ!

РЦНО

Национальное образование | Basheasy | Республика Башкортостан