Хөрмәтле уҡытыусылар! Порталыбыҙҙың был бүлегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының алдынғы эш тәжрибәләрен күрә алаһығыҙ. Үҙегеҙ ҙә уңышлы  тип тапҡан оҫталыҡ дәрестәрегеҙ, дәрес эшкәртмәләрегеҙ, презентация, аудио, видеояҙмаларығыҙ һ.б менән бүлешә алаһығыҙ! Ҡатнашыусылар сертификат алыу хоҡуғына эйә буласаҡ

«Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа белем биреү сифатын күтәреү маҡсатында дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланыу» темаһына оҫталыҡ дәресе 


Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы, Борай районы Борай ауылы 2-се гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017» регион-ара конкурс еңеүсеһе, туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ-класы конкурсында «Оҫта уҡытыусы» номинацияһында еңеүсе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе, «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проект конкурсы еңеүсеһе. 

«Халҡыбыҙҙың йолалары аша уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү» темаһына оҫталыҡ дәресе 

Нәҙерғолова Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы,  Өфө ҡалаһы 5-cе лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2018» регион-ара конкурс еңеүсеһе,  туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ класы конкурсында «Иң яҡшы методик ҡулланмалар» номинацияһында еңеүсе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе 

«Уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияларын формалаштырыуҙа тиҙ уҡыу алымы» темаһына оҫталыҡ дәресе 

Ғәбитова Гөлшат Заһир ҡыҙы, Өфө ҡалаһы 7-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019» регион-ара конкурс еңеүсеһе 

«Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрен һәм фекерләүен үҫтереү» темаһына оҫталыҡ дәресе 

Хөснуллина Роза Дияс ҡыҙы, Нефтекама ҡалаһы “1-се гимназия”һының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019» регион-ара конкурс лауреаты 

Уҡыусыларҙың метакомпетенцияһын формалаштырыуҙа "Урал батыр" эпосы

(оҫталыҡ класы)

Тимербулатова Римма Мирсәит ҡыҙы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Башҡорт теле дәрестәренә презентациялар

Торомтаева Рәмилә Юлай ҡыҙы, Сибай ҡалаһы Сибай ҡалаһының "Гимназия"ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

РЦНО

Национальное образование | Basheasy | Республика Башкортостан