2.1. Белем байрамы. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре

 

Дәрес

Хәҙерге башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле. Милли тел булып өлгөргәнсе башҡорт теле быуаттар һуҙымында бик күп үҙгәрештәр кисергән. Ләкин ул бик боронғо замандарҙан килгән үҙенсәлектәрҙе лә һаҡлап ҡалған. Был уның бик боронғо телдәрҙән булыуы тураһында һөйләй. Башҡорт телендә өс диалект бар. Башҡорт теле төрки телдәр ғаиләһенең Урал-Волга буйы төркөмөнә инә. Октябрь революцияһына тиклем башҡорт халҡы ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән төрки яҙма теле менән файҙаланды. Башҡорт әҙәби теле үҙ тарихында өс яҙма алмаштырҙы. Борон-борондан ҡулланылып килгән ғәрәп графикаһы 1928-1929 йылдарҙа латин яҙыуы менән алыштырыла, ә 1940 йылда рус графикаһына нигеҙләнгән алфавит төҙөлә.

Тикшереү (тест): https://forms.gle/k9kDzvqN9WRHSqYM8

Диктант

Туған тел – һайыҡмаҫ шишмә.

Әсә теле - тойоу, һиҙеү, йөрәк теле, рухи тамыр. Тимәк, әсәнән, рухи тамырҙан аҡыл, фекер эшсәнлегенә, белем һәм күнекмәләр туплауға, донъяны, кешеләрҙе танып белеүгә юл ҡыҫҡараҡ. Ошоларҙы бер ваҡытта ла онотмаһаҡ ине…Үҙебеҙҙең тарихыбыҙға, уның аша киләсәгебеҙгә төкөрөп ҡарау сире кешелек йәмғиәтен урап үтһен. Туған телен белгән кеше бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫ. Тел яҙмышы – ил яҙмышы ул. 

Тыңлау

Яҙыу 

00:00 / 01:16
00:00 / 01:22

РЦНО

Национальное образование | Basheasy | Республика Башкортостан