1.2. Башҡорт алфавиты

 

Дәрес

Бит күрке күҙ, тел күрке - һүҙ

 

Башҡорт алфавитында 42 хәреф. Шуның 9 һуҙынҡы, 27 тартынҡы.
Һуҙынҡылар: а, о, у, ы, ә, ө, ү, э(е), и; а, о, у, ы – ҡалын, 
ә, ө, ү, э(е), и – нәҙек һуҙынҡылар.
Тартынҡылар: б, в, г, ғ, д, ҙ, й, к, ҡ, л, м, н, ң, п, р, с, ҫ, т, ф, х, һ, ц, ч, ш, щ;
Тартынҡы өндәр яһалғанда тауыш ярылары һәр саҡ эшләмәй, улар яңрау өндәр яһалғанда ғына ҡатнаша. Ләкин тартынҡылар яһалғанда үпкәнән килә торған һауа ауыҙ һәм танау ҡыуышлығында төрлө тотҡарлыҡтарға осрай, шуға шау барлыҡҡа килә. Был саҡта тауыш булырға ла, булмаҫҡа ла мөмкин. Башҡорт телендә бөтәһе 27 тартынҡы бар. 
Әгәр ҙә тартынҡы өндәрҙә шау ҙа, тауыш та ҡатнашһа, яңғырыу тартынҡы барлыҡҡа килә. 
Яңғырау тартынҡыларына [б], [в], [г], [ғ], [д], [ҙ], [ж], [з], [й], [л], [м], [н], [ң], [р] өндәре инә. 
һаңғырау тартынҡылары яһалғанда тауыш ҡатнашмай, бары тик шау ғына була. 
Башҡорт теленең һаңғырау тартынҡылары : [п], [ф], [к], [ҡ], [т], [с], [ҫ], [ш], [х], [һ], [ч], [ц], [щ]. 
[Р], [л], [м],[ н], [ң], [й] — талғын (сонор) өндәр. Улар ҙа яңғырау тартынҡыларға инә. 
Талғын тартынҡыларҙы әйткәндә, ауыҙ ҡыуышлығында ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә, 
һауа ағымы ҡаршылыҡтарҙы урап үтә, танау һәм ауыҙ аша сыға. 
ъ, ь  билдәләре өн белдермәй;
4 дифтонг: е(йэ), ё(йо), ю(йу), я(йа) - ике өн ҡушылмаһын тәшкил итәләр.

Тикшереү (тест): https://forms.gle/ruVzFUszKUuKmDN26

РЦНО

Национальное образование | Basheasy | Республика Башкортостан